Һалдаттарға татлы күстәнәс. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция яугирҙарына сәк-сәк бешереү акцияһы ойошторҙо. Бындай сара радио хеҙмәткәрҙәре өсөн тәүгә түгел. Улар төрлө өмәләрҙә йыш ҡатнашып тора. Быға тиклем маскировка селтәрҙәре үреү, туҡмас әҙерләүҙә ҡатнашҡандар.
Хеҙмәттәштәребеҙ сәк-сәк бешереүгә ошондай изге һүҙҙәр менән тотона. Ҡамыр баҫҡанда ла, уны киҫкәндә лә гүзәл заттар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға тыуған яҡ сәләме барып етер, уларға көс-дәрт өҫтәр тигән ышаныста. Акцияла «Юлдаш» радиоһы хәбәрселәре, алып барыусылары һәм тауыш режиссерҙары ҡатнашты.
Өмә урыны итеп Өфөләге «Бишбармаҡ» аш-һыу оҫтаханаһы һайланды. Бында йыш ҡына махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар үткәрелә. Бешерелгән сәк-сәк Република мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәковҡа тапшырылды. Коллегаларыбыҙ әҙерләгән күстәнәсте ул гуманитар ылау менән тиҙҙән алғы һыҙыҡҡа алып бара.