Игорь Комаров Волга буйы федераль округында йәшәүсе гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле 8 март байрамы уңайынан ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итте.
Ҡатын-ҡыҙ - ғаилә нигеҙе, һеҙҙең арҡала беҙҙең донъя яҡшыраҡ: матурыраҡ, йылыраҡ һәм мәрхәмәтлерәк була бара. Һеҙ - ысын профессионалдар, изге йөрәкле әсәләр, хәстәрлекле хужабикәләр һәм ышаныслы юлдаштар. Бөгөн, Рәсәй махсус хәрби операция алып барғанда, беҙҙең ил һаҡсылары һеҙҙең хаҡҡа һәм килер быуындарҙың бәхетле киләсәге өсөн яуға инә, һәм һеҙҙең терәк-таяныс булыуығыҙ уртаҡ еңеү өсөн мөһим шарт.