Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 13 һәм 14 мартта Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән спектакле күрһәтелә.
Уны Санкт-Петербургтан саҡырылған режиссер Степан Пектеев ҡуйған. Режиссер быға тиклем «Ваня ағай»-ҙы марый телендә сәхнәләштергән. Сценарий тәүҙә рус телендә өйрәнелгән, тел үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башҡортсаға тәржемә ителгән. Рус телендә субтитрҙар ҡаралған. Шулай уҡ иммерсив сәнғәт йүнәлеше һайланған. Уға ярашлы тамашасылар спектаклде сәхнәнән дә, залдан да ҡарай ала. Премьера- милли театрҙар ассоциацияһы емеше.