Закон проекты өҫтөндә Башҡортостан парламенты эшләй. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 80 миллион һум аҡса бүленгән. 2027 йылға тиклем процедураны бушлай үтергә мөмкин буласаҡ. Йорт хайуанына чип ҡуйыу хәүефһеҙ булыу-булмауын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова асыҡланы.
Әле 9 айлыҡ Зорро сәләмәт һәм теремек күренә. Тик ярты йыл элек ирекмәндәр мазутҡа батҡан этте табып, аяҡҡа баҫтырыуға көс һала. Ул тоҡомо буйынса овчарка ҡатнашмаһы. Холҡо тыныс, өйрәтеүгә һәләтле булған этте Лилиә Әмирова ҡарай. Ирекмән уны госпиталгә чип ҡуйҙырыуға килтергән.
Зорро иһә күптән иҫәптә. Уның сәләмәтлеге яҡшы, ул башҡа эттәр өсөн ҡан доноры ла. Әле ирекмәндәр уға яңы хужа эҙләй. Чип ҡуйылыуы ла эттең паспортына теркәлде. Был мотлаҡ этап. Процес хайуан өсөн хәүефһеҙ, ти ветеринар.
Чип ғүмергә бер тапҡыр ғына ҡуйыла. Быйыл сентябрҙән республикала эттәргә чип ҡуйыу мотлаҡ процедура буласаҡ. Алдағы ике йылда хеҙмәт бушлай күрһәтелһә, 2027 йылдан хужалар бының өсөн үҙ аҡсаһын сарыф итәсәк. Әле ул яҡынса мең һум тора.
Мотлаҡ чип ҡуйыу әле эттәргә генә ҡағыла. Бесәй һәм башҡа йорт хайуандары өсөн процедураны хужалар үҙ теләге менән үткәрә ала. Хайуандарҙы билдәләүҙең башҡа ысулдары менән сағыштырғанда, чип күпкә уңайлы һәм хәүефле: муйынсаҡ юғала ала, ә тамға ҡуйыу вәхшилек һанала. Ул юғалған йорт хайуандарын тиҙ арала табырға ярҙам итәсәк.
Рәзилә Ғилметдинова