Водитель таныҡлығына өҫтәп сәскәләр


Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республиканың дәүләт автоиспекцияһы хеҙмәткәрҙәре гүзәл зат вәкилдәрен байрам менән ҡотланы. Транспортын теркәүсе, водитель таныҡлығын алыусы, йә алмаштырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға сәскә, открытка бүләк ителде. Акция шулай уҡ М5 «Урал» федераль трассаһында ла үтә.


Мин бөгөн беренсе тапҡыр водитель таныҡлығы алдым. Әлбиттә, байрамса кәйеф тағы ла күтәрелде. Бөтәһенә лә имен юл теләйем, ошондай акциялар күберәк булһын.

Эльвира Пантюхина, Өфөлә йәшәүсе