Баймаҡ районы Темәс ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған милли ат сабышы уҙҙы. Ярыштың бағыусылары, ойоштороусылар, ауыл хакимиәте яугирҙарға аҡсалата ярҙам күсерҙе.
Темәс ауыл биләмәһендә үткән ҡышҡы ат сабышына Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура райондарынан 100-ҙән ашыу кеше йыйылды. Баймаҡта йылҡысылыҡ беренсе урында булғанға күрә йылда ошондай бәйгеләр ойошторолоп тора, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүгә лә ҙур иғтибар бүленә.
Ат ярышынан тыш балалар араһында шиғыр, һүрәт конкурсы ойошторолдо. Был ярышҡа Илсур Нәбиуллин бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Һәр ҡатнашыусыға тәмле күстәнәс, бүләктәр тапшырылды.
Ат сабышы ярышы 7 заезда ҡыҙыу, сәмле үтте. Баймаҡ ҡалаһынан Венер Шәрипов аттар үрсетеү, йәш тайҙарҙы өйрәтеү һәм бәйгеләргә әҙерләү менән шөғөлләнә.
Төп бүләк, ҡолондо, ‐‐‐ яуланы. Һәр заезд еңеүселәренә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыды. Сара барышында йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк.
Раушания Рәхимова