Фронт һыҙығынан тәбрикләү сәләме. Башҡортостан хәрбиҙәре халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан видеоҡотлау яҙҙырҙы. Ул Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың телеграм каналына һалынған. «Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ, мөхәббәтегеҙ һәм ярҙамсыл булыуығыҙ беҙгә көс һәм киләсәккә ышаныс бирә. Ватан һаҡсылары гүзәл заттарға һәр ваҡыт эргәләрендә булғандары һәм донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышҡандары өсөн рәхмәт әйтә.
Ҡатын-ҡыҙҙарға ихлас теләктәрен Өфөнөң Киров районынан өлөшләтә мобилизацияға саҡырылыусылар ҙа яҙҙырған. Улар яҡын кешеләрен 8 март менән тәбрикләп, мотлаҡ еңеү менән ҡайтасаҡтарын белдергән.