Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә эшләгән гүзәл заттар гөлләмәләр менән бүләкләнде


Байрамда ла улар эш урынында. Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә эшләгән гүзәл заттар бөгөн гөлләмәләр менән бүләкләнде. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне. Улар һуңғы тәүлектә яуған ҡарҙы таҙартыуға тулы составта сыҡҡан. Тармаҡта эшләгән гүзәл заттарҙың хеҙмәт стажы 10 йылдан да кәм түгел. Байрам көндәрендә айырыуса Граждандарҙы яҡлау идаралығында ла эш көсөргәнешле режимда үтә. Диспетчерҙар тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ алып бара.