Миәкә районы Үҙәк мәҙәниәт һарайына яңы автобус


Ижади коллективтарҙы һәм балаларҙы мәҙәни сараларға йөрөтөү өсөн транспортҡа учреждение Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа «Тура бәйләнеш»тә мөрәжәғәт иткәндән һуң эйә булған. «Кесе ватан мәҙәниәте» федераль проекты буйынса һатып алынған автобус урындағы мәҙәниәт йорттары өсөн ҙур ярҙам булып тора. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

42 йыл водитель булып эшләгән Лотфрахман Ҡунафин яңы автобусты түҙемһеҙләнеп көткән. Быға тиклем иҫке транспорт сараһын йөрөткән уҙамандың заманса автобусҡа ныҡ шат. Миәкә районының Үҙәк мәҙәниәт һарайына транспорт алыр өсөн улар коллектив менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа «Тура бәйләнеш» барышында мөрәжәғәт иткән.

Миәкәләр өсөн автобус быйыл февралдә «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль программаһы буйынса һатып алынған. 19 пассажирға иҫәпләнгән комфорт автобус ижади коллективтарҙы, һәләтле балаларҙы конкурстарға, концерттарға, театрҙарға йөрөтәсәк.

Декабрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Тура бәйләнеш» барышында журналистарҙың һәм йәмәғәтселәрҙең 65 һорауына яуап бирҙе. Әңгәмә барышында ҡабул ителгән 9 меңдән ашыу мөрәжәғәттең төп өлөшө бер нисә ай эсендә хәл ителде. Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү өсөн ойошторолған тура линия республикала һөҙөмтәле һәм ышаныслы ярҙам сараһы булып танылды.

Флорида Ким