«Йәш профсоюз лидеры» республика конкурсы Башҡорт дәүләт медицина университеты, колледжарҙа белем алыусы студенттар һәм яңы хеҙмәт юлын башлаған табиптар араһында үткәрелә.
Ярыш быйыл тәүгә ойошторолған, шулай булыуға ҡарамаҫтан һәр профсоюз ойошмаһы әүҙемлек күрһәткән. Конкурстың төбәк этабында 22 вәкил ҡатнашты. Улар үҙҙәре тураһында видео яҙҙырырған, профсоюзды үҫтереү буйынса проект, йәғни ижади номер менән сығыш яһаны. Һайлап алыу этабы еңеүселәре Башҡортостан данын конкурстың федераль этабында яҡлаясаҡ. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзында 65 мең кеше иҫәпләнә, уларҙың 18 меңе йәштәр.