Байрам уңайынан, бар гүзәл заттарға ла музейға бушлай инеү мөмкинлеге бирелде. Улар бында һыуҙа һүрәт төшөрҙө, ағас һырлау, милли биҙәүестәр эшләү кеүек ижади оҫтахана майҙансыҡтарында ҡатнашты. Байрам ҡунаҡтары матур хәтирә генә түгел, үҙ ҡулдары менән яһаған сәнғәт әҫәрҙәрен иҫтәлек итеп алды. «Ҡатын-ҡыҙ донъяһы» һәм «Башҡортостан халыҡтарының ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре» экскурсияларында байрам кейемдәре, милли биҙәүестәр, шөғөлдәр, йолалар менән танышты. Ошонда уҡ психолог һәм невролог кәңәштәре лә бирелде.