Һуғыш - ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел тиһәләр ҙә, бер генә яуҙы ла гүзәл затһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Улар яугирҙарҙың ныҡлы тылы, ярҙамсыһы, хатта ҡоралдашы ла. Махсус хәрби операция ла шул иҫәптә. Ирекмәндәр, гуманитар ылау ташыусылар, ашнаҡсылар, шәфҡәт туташтары... Ҡатын -ҡыҙҙарҙы төрлө вазифаларҙа һәм эштә осратырға мөмкин. Әммә улар Һуғышта ла нәфис зат вәкиле булып ҡала белә. Айнур Кәбиров махсус хәрби операцияның ҡатын-ҡыҙ йөҙө тураһында.
Үҙ эше бар, ғаиләһе, тормошо. Бер нимәгә иғтибар итмәй кинәнеп йәшәп тик ят, әммә ул икенсе йыл хәҙер яу ҡырында. Бер туған ҡустыһы , махсус хәрби операция яугиры, һәләк булғандан һуң. Ошо ваҡыт эсендә ул биш тиҫтәнән ашыу гуманитар ярҙам килтергән. Яңғыҙы... үҙ машинаһында...
Махсус хәрби операция биләмәһендә уны гражданкаға ҡарағанда яҡшыраҡ беләләр. Сираттағы гуманитар ярҙам килтереү ҙә Шайморатовсыларҙың бәрелештәр һыҙығынан сығыуына тап килде. Штурмлаусылар төркөмө Русяны хәҙер бер туған һеңлеләре кеүек ҡаршы ала.
«Колибри», «Луна», «Юла»... махсус хәрби операциялағы фәрештәләрҙең исемдәре. Есемдәре кеүек үк бәләкәй генә булһалар ҙа иҫ китмәле ауыр эш башҡара улар. Шәфҡәт туташтарын госпиталдәге яугирҙар ысын мәғәнәһендә фәрештәләр, тип йөрөтә.
Позывнойҙы уға юҡҡа ғына шулай ҡушмағандар. «Фиби» -грек теленән яҡтылыҡ бөркөүсе тигәнде аңлата. Һалдаттар күңеленә йылы , нур биреү беҙҙең эштең нигеҙе, ти шәфҡәт туташы.
Эш ҡатмарлы. Шәфҡәт туташтары яралы һалдаттарҙы бер генә минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Яҙ һәм наҙ байрамы менән ҡотларға ла ир-егеттәр уларҙы рацияларҙан саҡыртып көскә йыйып алды. Тотош ғүмергә торошло бер мәлгә генә.
Байрам өҫтәлен бөгөн медицина ротаһында ир-егеттәр әҙерләй. Башҡа көндәрҙә аш-һыу бүлмәһендә Руфина хакимлыҡ итә. Көнөнә генә уға йөҙҙән ашыу яугир һәм персоналды туҡландырыр кәрәк. Шуға күрә эш конвейер шикелле. Йәғни , төшкө аш бешеү менән кискеһен хәстәрләй башларға кәрәк. Ашанаҡсы эше ни тиклем тығыҙ булмаһын, яугирҙарҙы ул тәмлекәстәр менән иркәләп алырға ла ваҡыт таба.
Ирҙең йөрәгенә юл ашҡаҙан аша ята тигән әйтемде Руфина тағы бер ҡат иҫбатлаған. Фронтта ул үҙ парын таба. «Асы» ҡашаматлы яугир менән тормош та ҡоралар, хеҙмәт тә итәләр. Ләкин ике юл бер-береһе менән буталмай. Ҡатын-ҡыҙ шулай талап итә.
Ниндәй генә шарттарҙа булмаһын гүзәл зат булып ҡала белер кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙың төп үҙенсәлеге, төп ҡоралы ла ошо һыҙат, ти яугир ҡыҙҙар.
Айнур Кәбиров