Бөгөн Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһында Сәйәси мәғлүмәт үҙәге доклады тәҡдим ителде. Унда Рәсәй төбәктәренең махсус хәрби операцияға йәлеп ителеүе тураһында һүҙ бара. Эксперттар операцияға күрһәтелгән ярҙамды, урында ойошторолған сараларҙың сифатын баһалаған. Төбәк башлыҡтарының был эштәрҙә ҡатнашыуы, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйенләнгән ярҙам иғтибарға алынған. Доклад барышында әүҙем төбәктәр рейтингы төҙөлгән. Унда 15 субъект ингән. Тәүге өс лидер араһында Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе һәм Башҡортостан. “Мин Башҡортостан моделен өйрәндем. Унда мобилизацияланған һәм контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙе тәьмин итеү инфраструктураһы булдырылған. Республика Башҡортостан хәрбиҙәрен гуманитар ярҙам менән тәьмин итеү өсөн Луганскиҙа логистика үҙәге ойошторған. Адреслы ярҙам айырыуса һөҙөмтәле”, - тип белдергән сәйәси мәғлүмәт үҙәге генераль директоры Алексей Мухин. Башҡортостан башлығы республика яугирҙары менән даими осрашып тора. Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы. Беҙҙең республикала “Башҡортостан геройҙары” тигән программа старт алды.