Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ошо турала белдерҙе. “Ял һәм байрам көндәрендә шәхси торлаҡ йорттарҙа янғындар артыуы күҙәтелә. Иғтибарһыҙлыҡ, мейес һәм электр приборҙары менән һаҡһыҙ эш итеү фажиғәгә килтергән төп сәбәп. Быйыл Башҡортостанда 839 янғын теркәлде”, - тине ул. Янғындарҙы иҫкәртеү өсөн йортттарға мини-сирена ҡуйырға кәңәш ителә. Улар ярҙамында республикала 1 мең 229 кеше, шул иҫәптән 457 бала ҡотҡарылған.