Интернационал урамында, ғәҙәттән тыш хәл бөгөн төн уртаһында булған. Автомобиль һәм ағас ер аҫтына убылған. Диаметры 7, тәрәнлеге 8 метр булған хәүефле участка кәртәләп алынған. Махсус техника ярҙамында «Лада» тартып сығарылған.
Калинин районының ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһы ваҡиға сәбәбен тикшерә. Зыянды ҡаплау өсөн автомобиль торған ер участкаһы хужаһын асыҡлау талап ителә.
Интернационал урамында бындай хәл тәүгә түгел. 2016 йылдың 25 ноябрендә тағы бер «Лада Калина» менән ошондай уҡ хәл булғайны. Ул саҡта машинаны сығара алманылар, уны ер аҫты һыуҙары алып киткән. Ваҡиғаның төп сәбәбе карст күренештәренә бәйле булыуы ихтимал.