Учалы районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреселәрҙең хәлен табиптар уртаса ауырлыҡта тип баһалай. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
Авария кисә Белорет- Учалы- Мейәс юлында теркәлде. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы,ике «ВАЗ» автомобиле бәрелешеүе һөҙөмтәһендә водитель һәм пассажир үлемесле яралана. Төрлө тән йәрәхәттәре алған тағы ла ике кеше район дауаханаһына килтерелә. Улар травматология бүлегенә һалынған
Хәйбулла районында теркәлгән аварияла ла ике кешенең ғүмере өҙөлгән. «Лада Гранта» автомобиле ЗИЛ менән бәрелешеп 39 йәшлек водитель һәм уның 31 йәшлек ҡатыны һәләк булған. Уларҙың 9 йәшлек ҡыҙы Сибай ҡала дауаханаһына һалынған. Табиптар ата-әсәһен юғалтҡан баланың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай.