Башҡортостан юлдарында күҙәтеү ҡәтғиләшә


Башҡортостан юлдарында бер юлы бер- нисә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәп барған «Кордон-про» фото-видеотеркәү камералары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Яңы ҡорамалдың береһе юл хәрәкәтен ойоштороу төбәк үҙәге ҡарамағына тапшырылған да инде.

Республика юлдарында тиҙлекте арттырыуҙы теркәргә мөмкинлек биргән фото-видеофиксация камералары быға тиклем дә бар ине. Төбәктә «Кардон-Про» системаһы тест режимында һынала. Комплексты салонда ла, автомобилдең багажнигына ла ҡуйырға мөмкин. Хәрәкәт ваҡытында ул автоматик рәүештә транспорттың тиҙлеген үлсәй, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, телефон аша һөйләшеү, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәү кеүек ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәй. Әлегә административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протоколдар сығарылмай. Шулай уҡ республиканың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгендә йәнә Бер «Паркон-а»комплексы барлыҡҡа килде. Прибор маршрут транспорты өсөн һыҙат буйлап хәрәкәт итеү, тыйылған урындарҙа туҡталыу кеүек ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәй.


Туҡталыш ярамаған урындарҙа биш минуттан артыҡ торорға ярамай. Беҙ юл билдәлдәре ҡуйылған урамдар буйлап йөрөйбөҙ, транспорт биш -ете минуттан артыҡ тора икән, ул камераға эләгә.

Дмитрий Сергеев, Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге баш белгесе

Республика юлдарында 1747 стационар һәм 77 күсмә фотовидеотеркәү комплексы бар. Улар тәү сиратта иң күп авария булған хәүефле участкаларҙа ҡуйыла. Өфөлә, Стәрлетамаҡта 59 урында туҡталыш һыҙығын үтеү һәм һәм ҡыҙыл төҫкә хәрәкәт итеү теркәлә. 1 июлгә тиклем бындай камералар тағы ла кәм тигәндә 200-гә артасаҡ. Өҫтәмә рәүештә видеотеркәү системалары менән 56 юл саты йыһазландырыла. Баш ҡалала, Нефтекама урамдарында камералар артасаҡ, Октябрьский һәм Салауат ҡалалары киҫелештәрендә лә видеотеркәү системалары барлыҡҡа киләсәк.