Яңынан алғы һыҙыҡҡа. Сираттағы төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы.
Яугирҙарҙы Донбассҡа тиклем тәүлектән ашыу юл көтә. Хәрбиҙәр юғары уңайлыҡтары булған автобустарҙа юлланды. Уларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ. Хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһап ил һаҡсыларының иҫән-һау хеҙмәт итеүен, еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне, республика тарафынан яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фронтҡа мобилизация буйынса саҡырылыусылар ике йыл ярымдан ашыу махсус хәрби операцияла Ватан алдындағы бурысын үтәй. Ошо арала 5-6 тапҡыр отпускыға ҡайтыусылар бар. Ҡыҫҡа ял ике аҙна дауам итә.Был юлы ялға ҡайтыусылар гүзәл заттарҙы байрам менән тәбрикләгән, күберәк ғаилә менән бергә булырға тырышҡан. Хеҙмәт урынына уларҙы туғандары, яҡындары һәм дуҫтары оҙатты. Яугирҙар үҙҙәре менән посылкалар ҙа алғайны.