БСТ бәхет серҙәрен аса. Бөгөндән беҙҙең телеканалда өр-яңы тапшырыу старт алды. «Бәхет иле» тип исемләнгән телевизион проект көндөҙгө эфирҙы темалар һәм география киңлеге, яңы эксперттар, файҙалы кәңәштәр менән тағы ла нығыраҡ байытасаҡ. Тамашасыларҙы өр-яңы алып барыусылар һәм студия биҙәлеше менән дә ҡыуандырмаҡсыбыҙ. Яңы проект тағы ла нимәһе менән үҙенсәлекле - киләһе яҙмала.
«Бәхетнамә» - бәхет тураһында китаптың һуңғы бите ябылды. БСТ эфирында 15 йылға яҡын барған тапшырыу халыҡсан темалары, үҙенсәлекле геройҙары менән тамашасылар һөйөүен яуланы. Тик күңелде төшөрәһе түгел, сөнки юҡтан бар булмай. Тамашасылар !с!н ошо уҡ һәм өр-яңы алып барыусылар менән тағы ла сағыуыраҡ «Бәхет иле» исемле бүлек асыла.
Медицина - «Бәхет иле»ндә алып барыласаҡ темаларҙың береһе генә. Тамашасыларҙы тағы ла мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡ, дин һәм башҡа йүнәлештәрҙә алдынғы белгестәр менән әңгәмәләр көтә. Һәр көндө - яңы тема һәм яңы алып барыусы. Актуаль яңылыҡтар, афиша, файҙалы кәңәштәр - барыһы ла яңы форматта...
Тапшырыу башҡорт һәм рус телдәрендә сәғәт беренсе яртыла һәм өстә башланасаҡ. Проект «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды менән берлектә алып барыла. Бәхет сере һаулыҡтамы, ғаилә именлеге, күңел тыныслығындамы? Проект авторҙары һорауға яуапты тура эфирҙа бергә эҙләргә саҡыра.
Ошо маҡсатта булған телеформат тағы ла көсәйтелде. Проект авторҙары махсус рубрикаларҙа республиканың билдәһеҙ туристик урындары, бейеү нескәлектәре менән дә таныштырмаҡсы. Хәйер, яңы тапшырыуҙың бөтә серҙәрен дә асырға түгел. Яңы студияла яңы форматлы тапшырыуҙы үҙегеҙ ҡарағыҙ.
Рәзилә Ғилметдинова