Баймаҡта Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсы тамамланды


Иң-иңдәргә ҙур сәхнә. Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсы тамамланды. Гала-концертта ауыл биләмәләренең иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаны.

Февраль башында иғлан ителгән үҙешмәкәр сәнғәт смотр конкурсында 21 ауыл биләмәһенән барлығы 1500 кеше ҡатнашты, барыһы ла дәртләнеп әҙерләнде. Беренсе Этҡол ауылынан “Гөлнәзирә” ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары ла “Шайморатов вариҫтары” йыры менән уңышлы сығыш яһап, гала-концертта ҙур сәхнәгә сыҡты. 2012 йылдан ойошторолған ансамблда 50 йәштән алып 70 йәшкә тиклемге йыр-моң һөйөүсе ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнә. Гөлнәзирәләр ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, бер саранан да ситтә ҡалмай.

Ишбирҙе ауылы халҡы ла быйылғы смотр конкурсында ҙур әүҙемлек күрһәтте. Төрлө концерт номерҙарында 55 кеше ҡатнашты. Һәм гала-концертта улар баймаҡ тамащасыһына ике бейеү тәҡдим итте.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған үҙешмәкәр сәнғәт смотр конкурсының йомғаҡлау концерты ике көн дауамында барҙы. Беренсе көндә төрлө номинацияларға лайыҡ булған сығыштар булһа, икенсе көн беренсе, икенсе, өсөнсө урындар һәм гран-при яулаусы коллективтар концерт ҡуйҙы.

Ауыл таланттарының сығыштары сағыу һәм иҫ киткес бай театралаштырылған тамаша булды. Үҙешмәкәр артистар унда ауыл тарихын, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының яҙмышын сағылдырҙы. 71 концерт номеры араһынан гран-приға Иҫке Сибай ауылы биләмәһе лайыҡ булды, беренсе урынға Күсей ауылы биләмәһе сыҡты.