Башҡортостан -Ҡытай хеҙмәттәшлеге нығына


Бөгөн Республика йортонда Радий Хәбиров Рәсәй-ҡытай индустриаль паркының башҡарма етәксеһе Хао Лянюань менән осрашты. Әңгәмә барышында Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Ляонин провинцияһының Шэньян ҡалаһындағы Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркы вәкилдәре ил субъекттары менән сауҙа әйләнешен киңәйтеү мөһимлеген билдәләне.

Яҡтар шулай уҡ «Өфө» транспорт-агро-логистика паркы һәм Ляочжун индустриаль паркы резиденттарын берләштергән сауҙа өсөн халыҡ -ара платформа планын ҡараны. Проект коммерция операцияларын үткәреү өсөн төрлө илдәрҙән һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы бәйләйәсәк, партнерҙар эҙләүҙе, килешеүҙәр төҙөүҙе еңеләйтәсәк. Осрашыу аҙағында индустриаль парк етәксеһе Башҡортостан вәкилдәрен быйыл майҙа Шэньчжэнь ҡалаһында үтәсәк сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса икенсе Рәсәй-Ҡытай конференцияһына саҡырҙы.