Күләмле проекттар араһында Өфө юбилейына төҙөлгән Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишеү сламломы комплексы, «Именлек» геронтология үҙәге, алты мәғариф объекты бар. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк башлығы хәбәр итте.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы алты йылда республика «Демография», «Һаулыҡ һаҡлау», «Мәҙәниәт» кеүек милли проекттарҙа ҡатнашып, 169 объект файҙаланыуға тапшырылған. Улар - балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар, спорт, мәҙәниәт учреждениелары һәм башҡалар. Халыҡтың уңайлы тормошо өсөн бөтә шарттар булырға тейеш, эш артабан да дауам итәсәк, тигән республика етәксеһе.