1 апрелдә Рәсәйҙә социаль пенсия 14,75 процентҡа арта


Был туралағы күрһәтмәгә Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Премьер-министр билдәләүенсә, был ярҙамды бөгөн страховка пенсияһын иҫәпләү өсөн етерлек стажы булмаған граждандар ала. Һүҙ 70 йәштән өлкән ир-аттар һәм 65 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар тураһында бара. Шулай уҡ әлеге матди ярҙам инвалидтарға һәм ҡараусыһын юғалтҡандарға ла түләнә. Шулай уҡ 1 апрелдән граждандарҙың айырым категориялары өсөн дәүләт пенсия тәьминәте күләме күтәрелә. Атап әйткәндә, индексация инвалид хәрбиҙәргә һәм ирекмәндәргә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, блокадасыларға, радиация йәки техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күреүселәргә, космонавтарға, осоу-һынау составы хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.