Был турала Хоҡуҡ һаҡлау органдарына 29 ғариза ҡабул ителгән. Баймаҡ районында 59 йәшлек ир инвестиция ярҙамында еңел табыш алырға теләп, уға үҙен телефон аша «финанс аналитик» тип таныштырған иргә ышана һәм телефонына махсус ҡушымта күсерә. Һөҙөмтәлә ул кредитҡа алынған 3 миллион һум аҡсаһын юғалта. Ә Өфөлә йәшәгән 65 йәшлек ҡатын ярты миллион һум аҡсаһын һаҡлап ҡала. Ханыма билдәһеҙ кеше шылтыратып, йортҡа домофон ҡуйыу өсөн сиратҡа баҫырға кәрәклеген хәбәр итә һәм ҡатындың телефонына килгән смс-кодты әйтеүен һорай. Һуңынан ҡатынға йәнәһе лә «Дәүләт хеҙмәттәре» вәкилдәре шылтыратып, аҡсаһын «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә тәҡдим иткәс, ул мутлашыусылар менән аралашыуын аңлай.