Уны «Маскировка Щит Өфө» ирекмәндәр хәрәкәте ойошторҙо. Ул 12 меңгә яҡын кешене берләштергән Башҡортостандың иң ҙур волонтерҙар берләшмәләренең береһе. Дөйөм көс менән Халыҡ фронты активистары фронт өсөн 108 квадрат метр маскировка селтәре әҙерләне. Сарала ҡатнашыусы иң йәш ирекмән Яна Миңлеғәзинаға ни бары 4 кенә йәш, ул өләсәһенә ярҙам итергә килгән. Тылда еңеү сүкеүсе ҡытын-ҡыҙҙар милли кейемдә төрлө телдәрҙә йырҙар ҙа башҡарҙы.