Батырлыҡ дәресе. Шаран ауылының 2-се урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Бек» ҡушаматлы яугир менән осрашыу үтте.
Илһөйәрлек сараһы «Ватанды һаҡлаусылар»дәүләт фондының Башҡортостан буйынса Шаран районы филиалы ярҙамында ойошторолдо. Социаль координатор Гөлнара Ҡарыева Ватанды Һаҡлаусылар фонды эше, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында һөйләне. Яугир үҫмерҙәрҙең һорауҙарына яуап биреп малай-ҡыҙҙарға батыр, белемле һәм физик яҡтан көслө булып үҫеүҙәрен теләне.
«Бек» ҡушаматлы яугир «Веселый» ҡушаматлы дуҫына эйәреп махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. 2024 йылдың сентябрендә Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм хәрби операция биләмәһенә юллана. Сергей Зорин исемендәге 31-се мотоуҡсылар полкының танк батальонында наводчик булып хеҙмәт итә. «Бек» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә биш бала.