Баймаҡ районының «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың ойошторолоуына 95 йыл


Баймаҡ районындағы данлыҡлы «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың ойошторолоуына 95 йыл. Ошо уңайҙан төбәктә төрнлө йылдарҙа хужалыҡта эшләп киткән, уның үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандары ҡатнашлығында тантаналы сара уҙҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың ойошторолоуына 95 йыл тулыуы - лайыҡлы хеҙмәт юлын үтеүселәр өсөн матур тантана. Элекке колхозсылар - һауынсылар, малсылар, тракторсылар, механизаторҙар һәм башҡа ошо өлкәлә эшләүсе белгестәр өсөн Ҡолсора ауылы мәктәбендә «Ваҡыт ҡуласаһы» исемле байрам сараһы ойошторолдо. Алдынғы һауынсы, Социалистик хеҙмәт геройы Гәүһәр Фәйзуллинанан ҡала, һөт һауыу буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирешкән, хеҙмәт алдынғыһы Зөлхизә Аманъюлова ла был сараға ҙур тулҡынланыу менән килде.

Заманында Баймаҡ районында ғына түгел, ә Башҡортостанда, СССР-ҙа киң танылыу яулаған хужалыҡ үҙенең кешеләре, эше менән тарихта юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған. 1969 йылдан алып 1991 йылға тиклем колхоз етәксеһе булып эшләгән Фрунзе Исрафиловтың ҡатнашыуы кисәгә оло мәртәбә өҫтәне. Уның эшләү дәүерендә колхоз ысынлап күп уңыштарға өлгәшә, яңы технологиялар үҙләштерә.

Ауыл хужалығының һәр хеҙмәткәре ҙур хөрмәткә лайыҡ. «Ваҡыт ҡуласаһы» сараһы йәшлеген, үҙ көсөн, яҙмышын ошо тармаҡҡа бағышлаған, илебеҙҙе икмәк, һөт, ит менән туйындырыуға тос өлөш индереүселәргә мәҙхиә йырлауға тиң булды.

Раушания Рәхимова