Иҫке Бурны ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы әлеге ваҡытта һөт продукцияһын, ит етештерә. Фермала 250 һауын һыйыры, 170 эре мөгөҙлө мал һәм 150 баш быҙау иҫәпләнә. Тәүлегенә 2 тонна 600 литр һөт һауыла. Киәсәктә һауын һыйырҙарын 400 башҡа тиклем еткереү, яңы һауын залын асыу һәм сыр бешереү буйынса цехты сафҡа индереү бурысы тора. Крәҫтиән-фермер хужалығы 10 йылдан ашыу эшләп килә, малдар ике фермала аҫрала.