Рәсәй президенты Владимир Путиндың ошо турала указы бар. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Уға ярашлы, Дмитрий һәм Юлия Громенкоға “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы тапшырыла. Өфө балалар филармонияһының башҡорт йыры ансамбле етәксеһе Наилә Шәймәрҙәнова “Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Иглин урман хужалығы хеҙмәткәре Рафаил Мөхәмәтшинға “Рәсәйҙең атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Ил мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм “Альтернатива” предприятиеһы генераль директоры Рәил Фәхретдинов президенттың Почетлы грамотаһы менән бүләкләнә.