Проект 24 февралдә старт алды. Уның дирекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ике аҙна эсендә 900-ҙан ашыу яугир документ тапшырған. Был программаға ҙур ҡыҙыҡһыныу булыуын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың республиканы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә ынтылыуын күрһәтә, ти эксперттар. Проектта ҡатнашыу өсөн герои башкортостана нөктә рф сайтында теркәлергә кәрәк. Яугирҙар анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн тест һәм әңгәмә үтергә тейеш. Бынан һуң квалификацияны күтәреү курсы асыла. Теркәлеү 31 мартҡа тиклем дауам итә.