Өфөгә Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркы башҡарма етәксеһе Хао Лян Юань килде. Әңгәмә барышында хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләһе ҡаралды. “Рәсәй төбәктәре менән иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү ниәте бар. Ҡытай индустриаль паркында Рәсәйҙән килтерелгән продукция павильоны асыу ҡарала. Был сауҙа һәм мәҙәни алмашыуҙы үҫтереү буйынса ҙур аҙым буласаҡ”, - тине Хао ханым. “Ҡытай төп тышҡы иҡтисади партнерыбыҙ. Беҙ хеҙмәттәшлек итеүҙең төрлө юлдарын ҡарарға әҙербеҙ”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠытай вәкиле осрашыу аҙағында Башҡортостан вәкилдәрен Шэньчжэне ҡалаһына саҡырҙы. Унда май айында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Ҡытай конференцияһы үтә.