Махсус хәрби операция яугирына дәүләт наградаһы тапшырылған

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов телеграм каналында ҡыйыу замандашыбыҙ менән таныштырған. “Нурик” ҡушаматлы һалдат Рәсәй президенты Владимир Путин указы буйынса икенсе дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған. “Асҡын егете махсус хәрби операция башланған көндән алып алғы һыҙыҡта. Ул ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Яҡташыбыҙҙы награда алыуы менән ихлас ҡотлайым! Уңыштар һәм көс-ҡеүәт теләйем. Яугирыбыҙ менән ғорурланабыҙ”, - тип яҙған Динис Йосопов. Илеш районы һалдаттары – “Дакар” һәм “Ҡыпсаҡ” ҡушаматлы егеттәргә Суворов миҙалы тапшырылған. Шатлыҡлы хәбәр менән район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин уртаҡлашҡан.