Башҡортостан умартасыһы Мәскәүҙә уҙған конгреста юғары наградаға лайыҡ булды

Форумда Рәсәй төбәктәре, Ҡытай, Сербия, Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны, Перу, Мысыр умартасылары ҡатнашты. Йәмғеһе 600-ҙән ашыу бал өлгөһө тәҡдим ителгән. Бөрөнән Артем Черников та эшлекле сарала юғары оҫталығын күрһәткән. 

  Артем Черников Бөрөлә бал музейы асырға планлаштыра. Унда бал ҡорттарының төрҙәре, умартасылыҡ тарихы менән таныштырасаҡтар.