Радий Хәбиров “Интерфакс” агентлығына биргән интервьюла Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар тураһында һөйләне. Бының өсөн махсус план әҙерләнгән тине, республика башлығы. “Мәҫәлән, Еңеүҙең 80 йыллығына Булат Йосоповтың “Фәрзәнә Көнбайышҡа бара” патриотик фильм премьераһы була. “Башҡортостан” киностудияһы “Шайморатов генерал” тигән күп метражлы анимацион фильм өҫтөндә эшләй. Республикала ҙур концерт программаһы, театраль сығыштар әҙерләнә. Бынан тыш, Армия мәҙәниәте көндәре, “Дәүер геройҙары” патриотик йыр конкурсы, “Хәтер вахтаһы”, “Хәтер шәме”, “Үлемһеҙ полк” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары планлаштырыла. Һәйкәлдәр, обелиск-мемориалдар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың ерләнгән урындары ла иғтибарһыҙ ҡалмай. Төп саралар 9 майҙа уҙа– тантаналы парад һәм йыйылыш, байрам концерты, мемориалдарға сәскә һалыу ойошторола, - тине Радий Хәбиров.