Мәрйәм Бураҡаева: "Шифа" бирә шифа

     Башҡорт балы, ҡымыҙ, буҙа, ҡатыҡ, ҡыҙыл эремсек, ҡаҙылыҡ, ҡаҡланған ҡаҙ, бәлеш. Башҡортостандың аҙыҡ-түлек брендтары исемлеген оҙаҡ дауам итергә була. Улар араһында талҡан да лайыҡлы урын алып тора. Бөгөнгө һүҙебеҙ уның файҙаһы тураһында булыр.

     “Башҡортостанда эшләнгән” тапшырыуында “Шифа” предприятиеһына нигеҙ һалыусы Мәрйәм Бураҡаева ҡатнаша.  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

   Мәрйәм Бураҡаева:

- Талҡан етештерә башлағанда аптырап ҡалыусылар, ”Беҙҙе боронғолоҡҡа ҡайтараһыңмы”, - тиеүселәр ҙә булды. Әммә тәүәккәлләп эшкә тотондоҡ. Талҡан туҡлыҡлы ғына түгел,  шифалы ризыҡ. Ул тәбиғи сеймалдан яһала. Халҡыбыҙ өсөн сифатлы, тәмле һәм таҙа ризыҡ етештерәбеҙ.

Башлауыбыҙ ғына булды,бына китте талҡан етештереүселәр күбәйеп... Он ҡыҙҙырып та һаталар, игенде бүрттермәй, ҡыҙҙырмай киптереп тартып та һаталар, тирмән комбинатының ҡалдыҡ көрпәһен ҡушып та һаталар... Ә бит Ибрай талҡансылары ике тапҡыр йыуа, бүрттерә, услап ҡына һалып табала ҡыҙҙыра, сөнки исеменә есеме тура килергә тейеш: исеме “ШИФА” бит.

   Беҙ сығарған талҡанды Санкт-Петербург, Мәскәү, Воронеж, Ҡазанда, Ҡырым республикаһында йәшәүселәр ала. Рәхмәт хаттары килеп тора. “Бик файҙалы продукт сығараһығыҙ. Беҙ уның менән дауаланабыҙ. Һеҙҙең талҡан ысынлап та шифалы”, - тип яҙалар. Маҡсатыбыҙ байыу түгел, милли эшҡыуарлыҡты һәм ғаилә бизнесын үҫтереү.

Республикала яңы ауыл хужалығы кооперативтары асыла. Биш йылда уларҙың һаны бер нисә тапҡырға күбәйгән.  Предприятиеларҙы киңәйтеү өсөн федераль гранттар, сығымдарҙы ҡайтарыуға субсидиялар ҡаралған. Кооперативтар ит, һөт, бал, сәй етештерә. Йәшелсә, иген һәм майлы культуралар үҫтерә.  Яңы эш урындары булдыра.  Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ирешелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа, кооперативтарҙы арттырыу маҡсатында урындарҙа эш алып барырға ҡушты. Кооперативтар һаны буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урындарҙа килә.

Федераль Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, илдә 2024 йылда аҙыҡ-түлек етештереү 3,5 процентҡа артҡан. Башҡортостанда был күрһәткес 3 тапҡыр юғарыраҡ. Былтыр республикала 190 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек һәм эсемлек етештерелгән. Был 2023 йылғы һандан 38 процентҡа күберәк. Башҡортостан предприятиелары 2 миллион тоннанан ашыу әҙер продукция сығарған. Сәнәғәт етештереү индексы 138 процентҡа еткән.  Быны финанс ярҙам күрһәтеүҙең яҡшы ойошторолоуы менән дә аңлатырға була. 2022 йылдан алып аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла. 3 йылда йыһаздарҙы алмаштырыу өсөн 250 миллион һум аҡса бүленгән. Был сумма 100-ҙән ашыу предприятиела модернизация үткәрергә мөмкинлек биргән.

 Медицина фәндәре докторы, профессор Зәкиә Тереғолова:  

- Талҡан быуаттар һынауын үткән ризыҡ. Ул витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Талҡан организмда холестеринды кәметә, йөрәк, ашҡаҙан һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Талҡан һаулыҡ, матурлыҡ һәм йәшлек сығанағы. Бойҙайға аллергия юҡ икән, талҡанды балаларға ла ашатырға мөмкин. Талҡан ураҙа тотҡан кешеләргә лә бик файҙалы булыр.

   Талҡан. Тыуған еребеҙҙең уңдырышлы һәм һутлы тупрағында үҫкән бойҙай, арыш, һоло һәм арпаның көсө һеҙҙең һаулыҡ һәм матурлыҡ өсөн. Сәләмәт булығыҙ!

    Әйткәндәй, Өфө Агросәнәғәт форумы һәм халыҡ-ара күргәҙмәне ҡабул итергә әҙерләнә. Уның барышында утыҙға яҡын сара ойошторола. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, форумда Көньяҡ Африка һәм Латин Америкаһынан, Ҡытай, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан, шулайт уҡ илдең 30 төбәгенән бик күп компаниялар  ҡатнашырға теләк белдәргән. Аграр тармаҡ вәкилдәре йыйыны 18 мартта башлана һәм өс көн дауам итә.  “Агрокомплекс” форумы 35-се тапҡыр уҙғарыла. Унда Башҡортостан предприятиеларында етештерелгән талҡанды ла табырға мөмкин буласаҡ. Үҙебеҙҙеке. Тәмле. Сифатлы.

          #АгроВкомплексе, #БашкирскоеЭтовкусноИполезно

Автор: Зөһрә Арсаева. 

Фотоһүрәт авторҙары: Зөһрә Арсаева, Таңсулпан Бураҡаева.