Сумма 784 миллиард һумға яҡын тәшкил итә. Күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында. 2023 йыл менән сағыштырғанда, йәлеп ителгән финанс күләме 9,7 процентҡа артҡан. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк башлығы хәбәр итте.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, санкциялар һәм, ғөмүмән, ҡатмарлы шарттарға ҡарамай, инвестициялар күләме 2019 йылдан бирле тотороҡло үҫешә. Үҫеш темптары инвесторҙар менән системалы эш алып барыу, бизнес йүнәлешендә яйға һалынған хеҙмәттәшлек, төбәк иҡтисадына өлөш индереүселәр өсөн льготалар булдырыуға бәйле. 2025 йылда ошо динамиканы һаҡларға тырышырбыҙ, тип белдергән республика етәксеһе.