«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостандағы йәмәғәт ярҙамы штабы Ватан һаҡсыларын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ярҙам саралары менән таныштырҙы. Дистанцион форматта ойошторолған осрашыуҙа төрлө өлкә белгестәре көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Атап әйткәндә, улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары өсөн тәғәйенләнгән льготалар һәм социаль программаларға ҡағылды. Шулай уҡ медицина хеҙмәттәре, торлаҡ мәсьәләһе, пособиелар һәм льготалар юллау буйынса ла бик күп һорауҙар яңғыраны.