«Бал ҡорто һәм кеше: Рәсәй һәм дуҫ илдәр» Халыҡ-ара конгрессында республика умартасылары продукцияһы төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип танылды. Илеш районынан ғына мәҫәлән, бер юлы дүрт йүнсел призлы урын яуланы. Форум донъяның 35 иле араһында ойошторолған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Марат Иҙрисов миҙгел асылыуға әҙерләнә. Умарталыҡ биләмәһе ҡарҙан таҙартылған, күс урынлаштырыр оялар теүәлләнә. Яҙҙың иртә килеүен иҫәпкә алғанда, эштең ваҡытынан алда башланыуы ихтимал. Тәүҙә ябай ҡыҙыҡһыныу ғына булған шөғөл бөгөн Марат Рим улының яратҡан, табыш килтергән төп кәсебенә әйләнгән.
Уның ҡарауы, республика, ил кимәлендә ойошторолған төрлө конкурс-фестивалдәрҙә лә ҡатнашып өлгөрә. Күптән түгел, Марат Иҙрисов Мәскәүҙә үткән «Бал ҡорто һәм кеше: Рәсәй һәм дуҫ илдәр» Халыҡ-ара конгрессында ике миҙал яуланы. Йәмғеһе донъяның 35 иленән 800-ҙән ашыу умартасы ҡатнашҡан. Тәҡдим ителгән 600-ҙән ашыу өлгө араһынан Илеш районынан тағы өс йүнселдең продукцияһы призлы урындарға лайыҡ була. Уларҙың ҡарабойҙай, йүкә балдары донъя кимәлендә иң яҡшыһы тип таныла.
Ә иһә форумдан яуланған баһа башҡорт балының брендын тағы ла юғары кимәлгә күтәреп кенә ҡалманы, ҡулланыусылар даирәһен дә киңәйтте.
Азат Ғәлиуллин