«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабына һайлап алынған биләмәлә тирмәләр ҡоролоп, милли уйындар, спорт ярыштары, ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторолдо, төрлө күргәҙмәләр эшләне. Тотош район халҡын берләштергән саранан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Ауырғазы ерендә ҡунаҡтарҙы дәртле йырҙар, гармун моңдары менән ҡаршы алдылар. Тирмәләрҙә районда йәшәгән күп милләтле халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, милли аш-һыуы күрһәтелде. Байрамдың тап Исмәғил ауылы биләмәһендә уҙғарылыуы осраҡлы түгел, урындағы халыҡ «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаған. Һабантуй - берҙәм көс менән башҡарылған оло эштең йомғаҡлау сараһы.
Байрамдың мәҙәни өлөшөн күрше ауыл биләмәләренең үҙешмәкәр коллективтары сығыштары ла биҙәне.
«Ҡайнар ҡар» исеме аҫтында уҙғарылған һабантуй майҙанында «Ылаҡ» уйыны ла уҙғарылды. Ауырғазы һәм Әлшәй райондары командалары беренселек өсөн алышты, ҡаршы яҡтың ҡаҙанына кәзә түшкәһе муляжын ырғытыу талап ителде. Шулай уҡ биләмәлә тауға күтәрелеү буйынса ярыш та уҙғарылды.
Ауырғазы районы ауылдары «Айыҡ ауыл» республика конкурсында тәүге йыл ғына ҡатнашмай. Еңеү яулап, аҡсалата сертификатҡа биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса уңышлы миҫалдар ҙа бар. Шулай ҙа иң мөһиме - бәйгелә ҡатнашҡан һәр ауыл халҡы берләшеп, сәләмәт йәшәү рәүеше курсын алған.
Һабантуй майҙанында милли уйындар, төрлө конкурстар ҙа уҙғарылды. Ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе, ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләне. Һәр кем һалдат бутҡаһы, самауыр сәйе менән һыйланды.
Исмәғил ауылында йәшәүселәр берҙәмлеге менән айырыла, былтыр ғына биләмәлә йөҙҙән ашыу мәҙәни сара уҙғарылған. Ауылды тәртипкә килтереү төҙөкләндереү буйынса ла һөҙөмтәле эш алып барылған. Урындағы халыҡ район данын айыҡ ауыл конкурсының республика этабында ла лайыҡлы яҡларға иҫәп тота.
Гөлназ Хәйбуллина