Радий Хәбиров «Интерфакс»ҡа биргән интервьюһында республика алдында ҡуйылған бурыс һәм маҡсаттар тураһында һөйләне. Яҡынса баһалауҙар буйынса, тулайым төбәк продукты 3 триллион һумдан артып китергә тейеш. Сәнәғәт етештереү индексы кәмендә 105 процент була. Башҡортостанда быйыл 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡарала. “Күперҙәр һалыу өсөн федераль бюджеттан аҡса йәлеп итергә ниәтләйбеҙ. 160-тан ашыу йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтерәбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.