Белгестәр боҙ тығындары барлыҡҡа килеү хәүефе булған урындарҙы һайлай. Яңыраҡ Архангел районында Инйәр йылғаһында боҙ шартлатылды. Үткән аҙнала бындай эштәр Шишмә районында башҡарылды. Башҡортостан ҡотҡарыусылары 67 хәүефле участканы контролдә тота.