Республика “Ауыл табип”тарына түләүҙәр буйынса иң яҡшы 5 төбәк исемлегендә

Башҡортостанда федераль программаға ярашлы, былтыр 200-гә яҡын медицина белгесенә 214 миллион һумдан ашыу аҡса түләнгән. “Ауыл фельдшерҙары” проектында ҡатнашҡан 33 хеҙмәткәргә 16 миллион һум күсерелгән. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла.  2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса, республика дауаханаларында 16 мең табип һәм 39 мең урта медицина хеҙмәткәре эшләй.  Халыҡты врачтар һәм шәфҡәт туташтары менән тәьмин итеү күрһәткесе арта”, - тип белдерҙе хөкүмәт премьер министры Андрей Назаров.