Бүлектә операция үткәргән пациенттар өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған. Хәҙер шәфҡәт туташын саҡырыу өсөн палатанан ҡысҡырырға кәрәкмәй. Марат Ғәлләмов хирургия бүлегендә бер айҙан ашыу. Тәүҙә иҫке корпуста ятҡан пациент яңыртылған бүлеккә күсерелгән.
2-се хирургия бүлегендә инженер селтәрҙәре алыштырылған, иҙән яңыртылған, тәҙрәләр алмаштырылған, яңы карауаттар, түшәктәр һәм карауат эргәһенә тумбалар һатып алынған.
Йыл һайын бүлектә 2000-гә яҡын операция үткәрелә. Командала 12 шәфҡәт туташы, 8 табип, 2 санитарка эшләй. Дауахана үҙ коллективына тәжрибәле табиптарҙы ҡабул итергә әҙер.
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу буйынса эш дауам итә. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика башлығы, ошо маҡсатҡа төбәк өсөн бығаса булмаған сумма бүленәсәк, тип билдәләне.
Медицина персоналы өсөн хеҙмәт шарттары, ә халыҡҡа дауаланыуҙа уңайлыҡтар булдырыу сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙә мөһим фактор булып тора.
Рәмилә Исмәғилева