Урындағы ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар ат һәм һыйыр ите менән ярҙам итһә, Зөфәр хәҙрәт биш һарыҡ түшкәһе тапшырған. Шулай уҡ тауыҡ ите менән тәьмин итеүселәр ҙә булған. Продукцияны транспортта алып барыу өсөн 8 туңдырғыс камера әҙерләнгән. Комбинаттарҙың береһендә ит фасовкаланған. Хәрбиҙәргә ауыл хужалығы тауарҙарынан тыш, эсәр һыу, өс транспорт сараһы, төҙөлөш материалдары оҙатыла. Ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре лә эшләгән. Рәсәй гвардияһы вәкиле ҡатнашлығында тейешле процедуралар үтәлеп, хәрби часть балансына һунар мылтығы ла тапшырылған.