Ауырғазы районы Исмәғил ауылында тыл ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалдары тапшырылды. Өлкән йәштәгеләрҙе Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, район һәм ауыл хакимиәте етәкселеге тәбрикләне. Бүләкләнеүселәр араһында Сажиҙә Хәмитова ла бар. Бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашҡанда ул һуғыш йылдарында күргән михнәт, аслыҡ ваҡыты хаҡында һөйләне.
Тыл ветерандары Әнисә Диваева менән Ғәйзелъямал Әбсәләмова ла юбилей миҙалдары менән бүләкләнеп, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итте.