Быуындарҙы бәйләүсе көс, батырлыҡ, фиҙаҡәрлек, яуаплылыҡ. өлгөһө. Шаран районы Дүртөйлө ауылы мәктәбендә Герой партаһы асылды.
Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы уңайынан ойошторолған тантанала Дан ордендарының тулы кавалеры Сәлих Ғиздәт улы Сабитов менән Дүртөйлө ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың исеме мәңгеләштерелде. Сарала ҡатнашыусылар ил именлеге өсөн һәләк булған батырҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Герой партаһын асыу хоҡуғы Дүртөйлө ауыл биләмәһе башлығына һәм яугирҙарҙың балаларына бирелде
Ауылдаштары Бөйөк Ватан һуғышы геройы Сәлих Сабитовтың, махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән Дүртөйлө ауыл биләмәһе яугирҙары - Николай Шәңгәрәев, Марат Миңлебаев, Игорь Харисовтарҙың хәтерен тәрән ихтирам менән һаҡлай. «Герой партаһы» на беренсе булып ултырыу хоҡуғы уҡыу алдынғылары Николай Матвеев менән Инесса Фәйзуллинаға бирелде. «Герой партаһы» һәр мәктәп тарихында яңы бит. Был уҡыусыларға үҙ һәләттәрен асыуға ышаныс, уҡыуҙа һәм спортта юғары күрһәткестәргә өлгәшеү маяғы ла булып тора.