Ғаилә һәм балаларҙы социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары психологтары йыйылышында оҫталыҡ дәрестәре, сессиялар ойошторола. Республика психологтары һөнәри бурыстары, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында әңгәмәләшә, тәжрибә уртаҡлаша. Психолог һөнәренең киләсәгенә фараздар тыңлана, хеҙмәттә яңы, заманса ысулдар ҡарала.