Башҡортостан төбәк лизинг компанияһы 2025 йылда партнерлыҡ финанслау программаһын яңыртты

«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан төбәк лизинг компанияһы 2025 йылда партнерлыҡ финанслау программаһын яңыртты. «Иджара» проекты буйынса сираттағы килешеү төҙөлгән. Күгәрсен районынан эшҡыуар Илшат Диникәевҡа яңы фургон һатып алыу өсөн 3 миллион 331 мең һум күләмендә лизинг ярҙамы күрһәтелгән.

Илшат Диникәев Йомағужа ауылында автозапчастар, автохимия һатыу һәм килтереү менән шөғөлләнә. Ул Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһына мөрәжәғәт итеп, автотранспорт һатып алырға ҡарар иткән. Финанслауҙың төп критерийы булып шәриғәт талаптарын үтәү торған.

Яңы фургон эшҡыуарға тауарҙар менән тәьмин итеү күләмен арттырырға, шулай уҡ запас частарҙы тәьмин итеүсенән магазинға тиклем килтереү ваҡытын һәм хаҡын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ сит транспорт хеҙмәттәренә сығымды кәметә.

Ислам лизингы, йәки Иджара буйынса процент иҫәпләү йәки кредит биреү башҡарылмай. Уның урынына финанс ойошмаһы актив һатып ала һәм лизинг биреүсе ролендә сығыш яһай.

Был ислам илдәрендә банктарҙың процентһыҙ килешеүҙәр үткәреү өсөн ҡулланған иң киң таралған эш ысулдарының береһе. Сөнки ислам законы кредит проценттары менән аҡса алыуҙы һәм биреүҙе тыя.