Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ Һәм туризм министрлығы йыл йомғаҡтарын барланы


Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ Һәм туризм министрлығы йыл йомғаҡтарын барлап, киләсәккә бурыстар билдәләне.

Төбәктең Федераль программаларҙа һәм «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре тикшерелде. Ведомство коллегияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ирешелгән уңыштар тураһында ла һүҙ барҙы. 2024 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы бер миллиард һум тәшкил иткән.