Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы Туймазы районы колледждарына мониторинг үткәрҙе


Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре юридик, медицина, педагогия, индустриаль һәм агросәнәғәт колледждарында булып, ятаҡтарҙа йәшәү шарттары, ашханаларҙағы туҡланыу сифатын тикшерҙе.

Колледждарҙа 5 меңгә яҡын студент уҡый. Уларҙың яҡынса биштән бер өлөшө - етемдәр, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр. Һәр уҡыу йортонда ла гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү алып барыла: Бөйөк Ватан Һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына саралар планы төҙөлгән, ирекмәнлек эшмәкәрлеге үҫешкән, студенттар маскировка селтәрҙәре үреүҙә, окоп шәмдәре эшләүҙә ҡатнаша.


Бер көн эсендә биш колледжда уҡытыу, йәшәү, туҡланыу, буйынса шарттарҙы ҡарағандан һуң тик ыңғай тәьҫораттар ҡалды. Ашханаларҙа хаҡ юғары түгел, студенттарға илһөйәрлек рухында тәрбиә алып барыла. Ҡайһы бер ятаҡтарҙа ремонт талап ителә. Рейд һөҙөмтәһендә түңәрәк өҫтәл ойошторасаҡбыҙ.

Лида Исәргәкова, Башҡортостандың Йәмәғәт Палатаһы рәйесе урынбаҫары